Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Шәжәрә − ул изге һүҙ,
Ете быуынды белеү.
Ғаиләңдең тамырҙарын
Ҙур ағас итеп теҙеү.
Ата-баба васыятын
Һис ҡасан онотмайыҡ, 

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы
Бик ҡәҙерләп һаҡлайыҡ!

 

                                                    

Минең исемем Шәрипова Әлиә. Мин 2006 йылда Туймазы районы Серафимовка ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта өсөнсө класта уҡыйым. Минең атайымдың олатаһы, йәғни  Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов, үҙ нәҫеле өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Ул 1991 йылда Шәриповтарҙың шәжәрәһен төҙөү өҫтөндә эш башлай. Эҙләнеү эштәре алып бара, архив материалдарын файҙаланып, ололарҙан һорашып, Шәриповтарҙың туғыҙ  быуынға тиклем, хатта унан да күберәк тармаҡтарын таба, өйрәнәМинең олатайым иҫбатлауынса һәм архив документтарға ярашлы ырыуым ҡыр-ҡаңғлы, ләкин ата-бабаларым үҙҙәрен ҡан-ҡанлин, уран-ҡанлин тип йөрөткәндәр. 2011 йылдан олатайым Ҡаңғлы ырыуы башҡорттарының йыйынын ойоштора башлай. Беренсе йыйын Бүздәктә үтә. Икенсе йыйын Өфө ҡалаһында 2012 йылда була. Фотола күреүебеҙсә бында ҡаңғлы ырыуының флаг итеп эшләнгән атрибутикаһын тапшырыу тантанаһы. Шулай итеп, ырыуым-ҡаңғлы, тамғам-һәнәк, ҡошом-торна, ағасым-имән, ораным-Урандар, ярандар!!!  Өсөнсө йыйын-Ҡандракүл ауылында үтә. Ә иң ҙур йыйын 2014 йылдың Бүздәк районы Сабай ауылында була, сөнки архив документтар  буйынса ата-бабаларымдың сығышы ошо ауылға барып тоташа. Шәжәрә байрамына олатайым нәҫел ағасын ошондай формала төҙөй. Ошонан сығып миндә, ата-әсәйем ярҙамында, шәжәрә ағасын эшләнем. Нәҫел ағасымды өйрәнеүҙе  Илсеғол олатайымдан башланым. Ул 1758-1828 йылдарҙа йәшәгән, олатайым әйтеүенсә ул мулла булған. Илсеғолдоң улы Бәхтигәрәй 1788-1861 йылдарҙа ғүмер иткән, унан килә Хәмәтамин 1819 йылда тыуған, 1891 йылда вафат булған. Ошо Хәмәтаминдың улы Шәриптән башланып китә инде Шәриповтар фамилияһы. Шәрип ҡартатайым рус-төрөк һуғышында ла ҡатнаша.  Уның 5 ҡыҙы һәм 5 улы була. Улдары: Хәмәтвариф, Зәйнәғетдин, Сәлим, Кәрим һәм Ғариф.  Минең ҡартатайымдың атаһының атаһы Зәйнәғетдин 1891-1966 йылдарҙа йәшәй. Ул 1914-1918 йылдарҙа Беренсе Донъя һуғышында,1918-1920 йылдарҙа Граждандар һуғышында ҡатнаша. Атайымдың тыуған ауылы Хәзимәнгә лә нигеҙ һалыусы булып ул  һанала. Зәйнәғетдиндән  минең ҡарт олатайым Йәмғетдин тыуа. Был ҡарт олатайымдың 1946 йылда төшкән фотоһы, ул да Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Был фотола оло өләсәйем Гөлбикә менән бергә йәшәүҙәренә 55 йыл булғанда. 1951 йылда төшкән фотала Гөлбикә өләсәйем балалары менән: уның алдында минең ҡартатайым Фәдик. Әрме сафтарында ул  матрос булып хеҙмәт иткән. Шулай уҡ ул бик оҫта гармунсы булған, ләкин ул бик йәшләй вафат була. Ә был малай нәҫелебеҙҙең ғорурлығы, Нефтекама ҡалаһы башҡорттарының ҡоролтай ағзаһы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, драматург һәм беҙҙең ырыуҙы тергеҙеүсе Фәнил Шәрипов. Ул хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ал-ял белмәй йәмәғәт эштәре  менән мәшғүл.  Әлеге ваҡытта ул  уҡытыусылар династияһын мәңгелләштереү өсөн педагогия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнис Вәғиз улы Шәрипов тураһында яҙа. Минең ырыуымда шундай күренекле кешеләр булыуына мин бик шатмын.  Был фотала атайымдың бәләкәй сағы, ә быныһы минең яратҡан ғаиләм: атайым Илнур, әсәйем Юлиә, мин һәм ҡустым Илназ.

Шулай итеп, беҙҙең шәжәрә ағасыбыҙ тулылана бара  һәм киләсәктә лә унда яңы исемдәр яҙылыр тип ышанам. Сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда. Иғтибарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт!!!

 

 

 Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Республиканская газета” Кызыл тан”, 7.08.2007, №154
  2. “Ватандаш”, 2007, №5
  3. “Ватандаш” 2015, №6 с.27-29
  4. Шарипов Ф.Я. Восстановление родословие через 230 лет-Шэжэрэ. Уфа: Редакционно-издательский отдел УТПП 2007-46 с.
  5. Шарипов Ф.Я. На земле предков. Нефтекамская городская газета “Красное знамя”, 17.06.2000, №97
  6. Шарипов Ф.Я. Нет будущего без прошлого. Историко-краеведческий очерк. Уфа. 2005.
Меню

...

Минең сайтымды баһалағыҙ
Всего ответов: 165

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт_булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң-шул етә...

У-уҡымышлы

Ҡ-ҡыйыу

Ы-ысыҡтай таҙа күңелле

Т- талантлы

Ы-ыласындай көслө

У- уйсан

С-сабыр

Ы-ышаныслы кеше