Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

   Хәтеремдең бик төпкөл һәм изгелек менән һуғарылған тәңгәлендә сағыу төҫтәр менән биҙәлгән, һәр ваҡыт ҡояш балҡып торған, бәхетле баласаҡ иле ята. Кемгә нисектер, әммә минең өсөн тыуған яғым Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан да, унда йәшәгән кешеләрҙән дә күркәмерәк, изгерәк төшөнсәләр юҡ төҫлө. Эргә-тирәнең мөғжизәле, матур тәбиғәте нескә күңелемә гүзәллек төшөнсәһен һеңдереп, һәр нәмәне лә сынъяһау төҫлө ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе.  

   Ғаиләлә берҙән-бер һәм оло ҡыҙ булараҡ, ике ҡустымдың һәр уйында  ҡараусыһы ла, таянысы ла мин булдым. Тормошта атайымдың йәшәү рәүешен, әсәйемә ихлас мөнәсәбәтен, башҡорт ирҙәренә генә хас ныҡышлыҡты бала саҡтан күреп үҫтем. Юныс һәм Юнир ҡустыларым менән көмөш тамсылы Һаҡмар йылғаһында балыҡтай йөҙөргә, ҡыш көндәре тауҙан саңғыла ҡоштай осорға өйрәндем. Изге күңелле ҡартәсәйем, ҡыҙым, тип йөрәк атып торған әсәйем донъя нескәлектәренә, ҡатын-ҡыҙға ғына хас серҙәргә сабыр ғына өйрәтте. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт ихтирам ителгән башҡорт ризыҡтарын әҙерләү, өйҙө бөхтә итеп тотоу, сигеү, бәйләм кеүек эштәрҙе лә өйрәтте яҡындарым.

   Эх, был ғүмер тигәнең! Әле яңы ғына  әсәйем тегеп биргән ап-аҡ алъяпҡысымды кейеп, ике яҡҡа үреп һалған сәсемә - аҡ таҫмалар тағып, шатлығымдан осоп - ҡунып, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан  инем. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәйбеҙ, бер ниндәй психологтар тестар ҙа үткәрмәгән, бер ниндәй логопедттарға ла йөрөмәгән ябай  ауыл балалары...

    Ғилем тигән оло диңгеҙгә, белем карабына ултыртып алып инеүсе беренсе уҡытыусым – Насырова Фәнүдә Мотаһар ҡыҙын күҙ алдына баҫтырам.  Иҫ киткес сихри көскә эйә булған икән   беренсе уҡытыусым!

   Ә ул үткәргән дәрестәрҙе иҫкә алһаң !!!  Уҡытыусыбыҙ беҙҙе әкиәт геройҙары менән бейек тауҙарға мендерҙе, Дейеү пәрейҙәре менән көрәштерҙе, Yгәй ҡыҙҙы ҡыҙғандырып ҡайнар йәштәребеҙҙе түктерҙе, халҡыбыҙ шағирҙарының шиғырҙарын уҡып, тыуған халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерттерҙе…

   Мәктәпте гел "4” һәм "5” билдәләренә генә тамамлағас, мин Туймазы ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға килдем. Унда беҙҙе, Баймаҡ районынан килгән 10 ҡыҙҙы, тәүге ҡарлуғастарын һаҡлап-ҡурсалап Зөләйхә (Шифа) Хамитовна етәкләне. Зөләйхә Хәмит  ҡыҙының: «Тыуған илен, халҡын,телен яратҡан һәм ихтирам иткән уҡыусылар ғына беҙҙә уҡый ала, үҙегеҙҙең өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алғанығыҙҙы онотмағыҙ!  » - тигән һүҙҙәре иҫтә уйылып ҡалған.Ул ваҡытта мин «яуаплылыҡ» тигән төшөнсәне аңланыммы икән һуң? Моғайын, юҡтыр, ҡулыма диплом алып, эшләйем тип, мәктәп тупһаһын беренсе тапҡыр атлап үткәндә, сит кеше балаларының ап-аҡ ҡағыҙҙай күңелдәренә ер йөҙөндә булған иң-иң яҡшы сифаттарҙы ғына һалырға  тейешлегемде тулыһынса аңлап та бөтөрмәгәнмендер  әле мин.

Яңы ғына эшләй башлаған йылдарымды иҫкә төшөрәм. Йүнәлеш буйынса 2001 йылда эшемде Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәбендә башланым.Ул ваҡытта мәктәп директоры Нәсибуллина Эльвира Ҡасим ҡыҙының, беҙгә, яңы эшләй башлаған уҡытыусыларға ярҙамы күп булды. Тәүге дәрестәр, тәүге уңышһыҙлыҡтар… Былар барыһы ла хәҙер төш кеүек. Ошондай ҡыйын ваҡыттарҙа Эльвира Ҡасим ҡыҙы һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ләкин бер йылдан һуң, яҙмыш елдәре мине Серафимовка ауылының 1-се мәктәбенә алып килде. Эшләй башлаған көндән бирле ун биш йыл уҙҙы. Ошо йылдар эсендә күҙ йәштәре лә түгелде, ҡыуаныстар ҙа булды, күп дуҫтарым барлыҡҡа килде. Ошо Серафим ауылында Саҡмағош егете Илнурҙы осраттым һәм тормош ептәребеҙҙе бергә бәйләп, бер ҡыҙ һәм ул үҫтерәбеҙ.Ҡыйын саҡтарҙа уларҙың йылыһына наҙланып, иркәләнеп тағы эшкә тотоноуҙар ҙа булды. Ә эшемдең иң яҡты, мөләйем сағы, әлбиттә, - ул балалар. Улар менән бергә шатланаһың, ҡыуанаһың, ҡайғылырын уртаҡлашаһың, бейеклектәргә күтәреләһең... Бәлки, ошолор ул иң оло бәхет – балалар менән бергә "үҫеү”, йәшәү. Тимәк, уҡытыусылар - иң бәхетле кешеләр.

Ошо мөғжизә бинаһында беренсе йылдан башлап башланғыс синыфтарҙа "Ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыуҙа уйын формаларын ҡулланыу” темаһы өҫтөндә эшләй башланым, сөнки балалар тормошонда уйын ҙур урын алып тора.Уйындар ярҙамында мин һәр баланың һүҙҙәрҙе белеүен, бирелгән һорауҙарҙы аңлай алыуын һәм уларға дөрөҫ яуап биреүен, башҡорт теленә генә хас булған өндәрҙе ишетеүен һәм әйтелеше өҫтөндә эшләйем. Артабан был темамды киңәйтергә булдым һәм ошолай тип атаным: "Башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһын информацион технологиялар менән байытыу”. Әлбиттә, уйын аша башҡорт теленә өйрәтеү балалар өсөн ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс, балалар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә еңел. Был технологияларҙан баш тартып булмай, уларҙы әлеге көнгәсә ҡулланам һәм ҡулланасаҡмын, ләкин күберәк ватансылыҡ темаһына баҫым яһайым. Сөнки ғаиләбеҙҙе, мәктәбебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, республикабыҙҙы яратмаһаҡ, белмәһәк, Тыуған ил тип көймәһәк – беҙҙең Ватаныбыҙ булырмы икән һуң?! Әгәр ҙә беҙ уҡытып сығарған уҡыусыларыбыҙ эш эҙләп сит илдәргә китә башлаһа, беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булырмы икән?! Бына ошо хаҡта уйланыуҙар артабан да эшләүгә этәрҙеләр.

    

 

 

 

Меню

...

Минең сайтымды баһалағыҙ
Всего ответов: 165

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт_булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң-шул етә...

У-уҡымышлы

Ҡ-ҡыйыу

Ы-ысыҡтай таҙа күңелле

Т- талантлы

Ы-ыласындай көслө

У- уйсан

С-сабыр

Ы-ышаныслы кеше