Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мәҡәлдәр

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуат- быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.

Мәҡәлдең төрҙәре:
-Туған ил, батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр;
- Хеҙмәт тураһындағы мәҡәлдәр;
- Ғаилә мөнәсәбәтәре тураһындағы мәҡәлдәр;
-Тормош- көнкүреш тураһындағы мәҡәлдәр;
-Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр.

 

 

Ялҡаулыҡтан ауырырһың, тырышлыҡтан һауығырһың.

Иренһәң-ауырырһың, тырышһаң-һауығырһың.

Батыр тапһа- уртаҡ бүлә,ҡурҡаҡ тапһа-ашап бүлә.

 Ҡурҡаҡты күп ҡыуһаң, батырға әйләнә.

Оло килен ҡатаһы кесе киленгә ярамай.

Һимеҙ тән- арыҡ йән.

Ҡараңғыла ҡалтырағансы, яҡтыла ялтыра.

Яҡтыла яҡты күренмәҫ, ҡараңғыла сатҡы ла күренер.

 Төндө көнгә ауҙарма.

Көндөң күҙе бар, төндөң ҡолағы бар.

Көндөҙ йөрөһәң, кеше күрә, төндә йөрөһәң, эт өрә.

Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.

Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.

Яҙын аҙыҡһыҙ, көҙөн кейемһеҙ юлға сыҡма.

Яҙын бесән сапмайҙар, көҙөн кәбән өймәйҙәр.

Яҙ менән көҙгә ышанма.

Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал.

Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда, дөрөҫлөк артҡа сигә.

Асыу алдан йөрөр, аҡыл арттан йөрөр.

Уҫал кеше аҫтан киҫә, өҫтән ямай.

Алыҫтың яҡыны бар.

Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр.

Алыҫ менән яҡынды юртҡан белер.

Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар.

Аҙ белмәгән күп тә белмәҫ.

Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.

Ҡара тауыҡ та аҡ күкәй һала.

Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ.

Эттең ағы ни ҙә, ҡараһы ни!

Аҡ кеше-саҡ кеше, ҡара кеше-ныҡ кеше.

Кем менән ҡара булғанһың, шуның менән аҡ бул.

Малды һатыу еңел, табыуы ауыр.

Мөхәббәтте юғалтыу еңел, ҡайтарыу ауыр.

Асыу-ағыу, үткәрһәң-дарыу.

Аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын.

Туҡлыҡ яраштыра, аслыҡ талаштыра.

Байҙың татлы ашы- фәҡирҙең ҡанлы йәше.

Байлыҡ айырыр, фәҡирлек ҡушыр.

Бәхетһеҙлектән ҡурҡҡан бәхет күрмәҫ.

Дуҫ үпкәләһә, дошман кинәнер.

Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа.

Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.

Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.

Һимеҙ тән- арыҡ йән.

Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.

Яҡшы ялғандан яман дөрөҫлөк яҡшы.

Һаран байҙан йомарт ярлы яҡшы.

Үҙ малын аҙһынған, кеше малын күпһенгән үҙ малына эйә булмаҫ.

Уттан алды, һыуға һалды.

Башлай белһәң, бөтөрә бел, ала белһәң, килтерә бел.

Яҡшы ниәт кешене төҙәтә, яманы- боҙа.

Икмәкте хурлама, ҙурла.

Тана һыйыр сыҡмай, оло һыйыр инмәй.

Дан килә, күтәрә белмәһәң- китә лә белә.

Аҙ һөйлә, күп тыңла.

Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара.

Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда, дөрөҫлөк артҡа сигә.

Алыҫта булһа-яҡындыр, яҡында булһа- ялҡындыр.

Бурыс биреү анһат, алыу ҡыйын.

Бәлә баш өҫтөндә, ҡаза- ҡаш аҫтында.

Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ.

А Асыу-ағыу, үткәрһәң- дарыу.

Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар.

Аҡ матур- саҡ матур, ҡара матур – бик матур.

Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда, дөрөҫлөк артҡа сигә.

Б Байҙың татлы ашы – фәҡирҙең ҡанлы йәше.

Башта ауырлығын күрһәң, һуңынан еңелгә килер.

Бәләкәй шатлыҡ – оло шатлыҡ.

Д Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы.

Дөрөҫлөк килеп еткәнсе, ялған бөтөн донъяны ялмап алыр.

Үпкә - дошман, аҡыл – дуҫ.

Ҙ Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.

Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, ил баҫыу – хурлыҡ.

Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.

Е Күккә ҡарап фекер ит, ергә ҡарап шөкөр ит.

Яҡшы менән яман араһы – ер менән күк араһы.

Зыян күргән ерҙән файҙа көтмә.

Хәйерһеҙ файҙанан хәйерле зыян артыҡ.

Кергән – файҙа, сыҡҡан – зыян.

Ит изгелек, көт яуызлыҡ.

Дуҫ илатып әйтер, дошман йыуатып әйтер.

Инһәң – ил, сыҡһаң – яу.

Иҫке яңыға урын бирер.

Й Урынлы йомартлыҡ – ҙурлыҡ, урынһыҙ һаранлыҡ – хурлыҡ.

Тайған йығылыр, таянған – торор.

Йыраҡҡа бар, яҡындан сап.

Йәйе барҙың ҡышы бар.

К Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Ҡунаҡтың килеүе үҙенән, китеүе хужанан.

Көҙ менән яҙға ышанма.

Көндөң күҙе бар, төндөң ҡолағы бар.

Ҡ Бер ҡыйыуға мең ҡурҡаҡты ла алмаштырмайҙар.

Тимер ҡырҡһаң ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр.

М Ҡыҙ саҡтың михнәте – килен саҡтың рәхәте.

Н Атың насар булһа ла, ҡатының яҡшы булһын.

Насарҙы күрмәҫ борон яҡшының ҡәҙере юҡ,

Ҡартлыҡты күрмәҫ борон йәшлектең ҡәҙере юҡ.

Сабырлыҡ – сәләмәт, сабырһыҙлыҡ – һәләкәт.

Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

Әсе менән сөсөнө татыған белер,

Алыҫ менән яҡынды юртҡан белер.

Ырыу- туған талашыр, дошман килһә, ярашыр.

Тоғролоҡ бәләнән ҡотҡарыр, хыянат бәләгә еткерер.

Тырыштан тир китмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.

Сүлмәктең тышы таш булһа ла, эсе ҡыуыштыр.

У Уң ҡулым, һул ҡулым – барыһы ла үҙ ҡулым.

Уң да юҡ, һул да юҡ, үҙе тотҡан юл да юҡ.

Уңға киткән уңыр, һулға киткән туңыр.

Ү Серләшергә үҙ яҡшы, һөйләшергә ят яҡшы.

Үҙ инәһен яманлаған ят дошманға тотолор,

Үҙ кешеһен яманлаған ят дошмандан отолор.

Үткер ҡылыс ҡынға көс, үтмәҫ ҡылыс йәнгә көс.

Х Ялғандың дарыуы – хәкикәт.

Ялған бер булһа ла, бер хаҡлыҡты еңә алмай.

Ы Ысын ҡара китмәҫ, ялған ҡара юйылмаҫ.

Я Яҡшы ғәҙәт әҙәм итер, яман ғәҙәт әрәм итер.

Яҡшы ялғандан яман дөрөҫлөк яҡшы.

Яманлыҡты күрмәгән – яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән.

Мең яҡшылыҡты бер яуызлыҡ ҡаплай.

Яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмә.

Меню

...

Минең сайтымды баһалағыҙ
Всего ответов: 165

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт_булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң-шул етә...

У-уҡымышлы

Ҡ-ҡыйыу

Ы-ысыҡтай таҙа күңелле

Т- талантлы

Ы-ыласындай көслө

У- уйсан

С-сабыр

Ы-ышаныслы кеше