“Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә.
Иң ҙур байлығын – телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар.”
Мостай Кәрим
Ғилем өләшкәндән кәмемәй, арта ғына бара.
Риза Фәхретдинов
Туғанынан яҙған – ярты йәтим,
Туған теленән яҙған – мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем.
Рауил Бикбаев
Ер йөҙөндәге иң ҡатмарлы, иң серле затҡа – кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү – үҙе бер талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт.
Ғиниәт Ҡунафин
“Тел – тарих, быуындар, йәмғиәттәр бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара”.
Р.Ғ.Аҙнағолов
Сабыйҙарына ата-әсәләр туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә булған ихтирамды бишектән үк һеңдерергә тейеш.
Ә ата-әсәләрҙе милли рухта тәрбиәләү – ул мәктәптең, йәмғиәттең, власть органдарының бурысы.
Мирас Иҙелбаев
“Үҙ халҡыңа һәм телгә булған мөхәббәт
Бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйләнгән”.
Жәлил Кейекбаев
Халҡым теле миңә -– хаҡлыҡ теле,-
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.
Рәми Ғарипов
Илем тиеп, туған телем тиеп
Беҙгә янмай кемгә янаһы?!
Ил – телемдең юлы ел – дауыллы,
Заманалар ҡабат болғауыр.
Ата – бабам ҡаны тамған ергә
Булмаһынсы хужа ят бауыр!
Сафуан Әлибаев